17 июндә

17 июнь  Дүртөйлө тыуған яҡты өйрәнеү көнө булды. Гимназияның хезмәт ойошмаһы ағзалары Дүртөйлө тарихы, уға бәйле легендалар буйынса сценарийҙар күрһәтте. Тыуған як, уның күренекле шәхестәре тураһында балалар күп мәғлүмәт алды.

16 июндә

16 июнь – башкорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнө.  С.Юлаев образы аша киләсәк быуында үҙ халҡына, тарихи үткәндәргә һөйөү һәм өлкән быуынды хөрмәт итеү тойғоларын тәрбиәләү маҡсатында “Йәйләү”ҙә “Салауат йыйыны” үтте. Конкурстар аша “Йыйын батыры” һәм “Йыйын матуры” һайланды. Еңеүселәр булып бөрйән ырыуынан Солтанов Самат, табын ырыуынан Рахматуллина Эльвина билдәләнде. Һәр ырыу Салауат тормошона бәйле эпизодтар сәхнәләштерҙе.

 

 

15 июндә

«Йәйләү” “Бейемәгән башҡорт юҡ!” девизы аҫтында эшләй. Бүген  Дүртөйлө мәҙәниәт һарайынан Фәрхетдинов Илнур һәм Дәүләтдинова Анфиса Рәхимйән ҡыҙы баш ырыуға башҡорт бейеүҙәренең айырым элементтарын өйрәтергә килде. Улар, үҙ сиратында, башҡа балаларҙы ла бейеү серҙәренә төшөндөрөп, күмәк бейеү әҙерләйәсәктәр.

Һыбай йөрөү

“Йәйләү” ҙә ял итеусе балалар өсөн Арғымаҡ ат- спрорт комплексына экскурсия ойошторолдо. Унда улар ат ҡарау серҙәрен өйрәнде, аттар менән   яҡындан “аралашты”. Ял итеүселәр атта һыбай йөрөү күнекмәләрен үҙләштерҙе.

8 июндә

Бөгөн Йәйләүҙә тылсымлы көн. Балалар өсөн матур һүрәттәр менән биҙәлгән әкиәттәр, хикәйәләр, йомаҡтар, шиғырҙар бирелде. Һәрбер ырыу үҙенең сәхнәләштерелгән әкиәтен күрһәтте. Боронғоларҙан  башлап сәсәндәр менән танышыу ҙа үтте. Ҡунаҡта әкиәтсебеҙ ҙә булды. Ләйсән апай әкиәттәр тураһында күп ҡыҙыҡлы һәм аҡыллы һүҙҙәр еткерҙе.

 

 

5 июндә

Бишенсе июндә “Йәйләү”ҙә Мусин Руслан Рәшит улы етәкселегендә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу булды. Улар бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләребуйынса әңгәмә үткәрҙеләр. Хатта янғын һүндереү машинаһы, ҡорамалдарын алып килеп, уҡыусыларҙы таныштырҙылар. Был сарала гимназияның уҡыусылар хеҙмәт ойошмаһы ла ҡатнашты. Шул ук көндө ЮХХДИ хеҙмәткәре Фәхретдинов Айҙар Илгиз улы уҡыусыларҙы йәйге ялда юл йөреү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.

 

Йәйләү директоры Миләүшә Сәлихйән ҡыҙы Бикмырҙина

6 июндә

6 июндә Йәйләүҙә башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары тураһында сара үтте. Бөрйән ырыуы өлкән тәрбиясеһе Руфина Зәки ҡыҙы ҡурай, думбыра, ҡумыҙ тураһында уҡыусыларға бик күп мәғлүмәт бирҙе. Улар Ҡурай әкиәте буйынса төҙөлгән йәнһүрәт ҡаранылар. Сара аҙағында уҡыусылар ҡурай, ҡумыҙ, скрипка һ.б. уйын ҡоралдарында уйнап, концерт номерҙары күрһәттеләр. Сара бик ҡыҙыҡлы үтте.

 

Йәйләү директоры Миләүшә Сәлихйән ҡыҙы Бикмырҙина

2017

    Быйыл  тәүге тапҡыр беҙҙең гимназияла мәктәп  яны көндөҙгө ял итеү үҙәге “Йәйләү” лагеры программаһы сиктәрендә эшләй башланы.
    Бында 120  бала һаулығын нығытып ҡына ҡалмай, ә башҡорт рухы менән һуғарыла, ял итә.. Лагерҙа һәр сара халҡыбыҙҙың төрлө өлкәләге арҙаҡлы улдарына һәм ҡыҙҙарына бағышлана.
    2-нсе июнь көннө лагерҙы асыу тантанаһы үтте. Килгән ҡунаҡтарҙы һыу-һын менән ҡаршы алғас, 5 ырыу вәкилдәре (отрядтар) – ҡыпсаҡтар, бөрйәндәр, әйлеләр, табындар, үҫәргәндәр – үҙҙәренең тамғаһын тотоп, оранын ҡысҡырып сығып теҙелде, ағасын, ҡошон, батырын, девизын әйткәндән һуң матур башҡорт йырҙарын, биюҙәрен башҡарҙы. Ырыу башлыҡтары йәйләү байрағын күтәргәндә, “Йәйләү” гимны бар донъяны яңғыратты. Бөтә тәрбиәләнеүселәр, хатта тәрбиәселәр, ҡунаҡтар тыпырлатып башҡорт көйөнә, ҡурай моңона бейергә төштө. 
    Шулай итеп, беҙҙең Дүртөйлө ерлегендә лә бөтә республика халҡының күҙен ҡыҙҙырған “Йәйләү” лагеры асылды. Балаларыбыҙ башҡорт уйындары аша мәҙәниәтебеҙ тарихы, асылы менән танышып, күңелдәре рухи яҡтан байып, рәхәтләнеп ял итһен! 

8-34787-23867

Работа горячей линии по вопросам приобретения учебной литературы

8-34787-23867

"Горячая линия"

по вопросам незаконных сборов денежных средств

8(34787)2-21-55